11 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2011 йыл, 10:38

«Кадровик-профессионал-2011» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

автор: Любовь Колоколова

Кисә Өфөлә «Кадровик-профессионал-2011» республика конкурсын ябыу тантанаһы үтте, бәйгене Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында «Респект» хоҡуҡ компанияһы ойошторҙо.

Ойоштороу комитетын республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкләне, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының кадрҙар һәм дәүләт граждан хеҙмәтен ойоштороу бүлеге начальнигы Рәйлә Ғәлиәкбәрова жюри рәйесе булып сығыш яһаны.

Конкурста Өфө, Учалы, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларының, Белорет һәм Иглин райондарының алдынғы бухгалтерҙары ҡатнашты.

Йәмғеһе 56 кеше заявка биргән, уларҙың ун туғыҙы финалға сыҡҡан.

Конкурста еңеүселәр I, II һәм III дәрәжә дипломдары һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

«Кадрҙар менән эш итеү» номинацияһында беренсе урынды Көҙәй йорт-интернатының кадрҙар буйынса белгесе Оксана Камалова яуланы (Иглин районы). Икенсе урында — «Видео Интернешнл-Башҡортостан» ябык акционерҙар йәмғиәтенең персонал менән эш итеү буйынса бүлек белгесе Светлана Исламова (Өфө). Өсөнсө урында — Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрҙарын алып барыу буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы Светлана Ишморатова.

«Персонал менән идара итеү» номинацияһында беренсе урында – Белорет медицина колледжының кадрҙар буйынса белгесе Рита Арыҫланбаева, икенсе урында — Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрҙарын алып барыу буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары Алһыу Сафина. Өсөнсө урынды «Подземнефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең персонал менән эш итеү буйынса белгесе Ирина Мартынова яуланы (Салауат ҡалаһы).