4 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2011 йыл, 9:29

Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса Төркиәлә зыян күргән Башҡортостан вәкилен эвакуациялау ойошторолдо

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса Кемер ҡалаһынан (Төркиә) йыраҡ түгел ерҙә юл-транспорт фажиғәһендә зыян күргән республика гражданына ярҙам күрһәтелде.

1 октябрҙә ике туристик автобус бәрелешә. Уларҙың береһендә туристик путевка буйынса (Tez Tour туроператоры) Төркиәлә ял иткән Башҡортостан Республикаһы вәкиле — 63 йәшлек Ираида Плынова ла була. Фажиғә һөҙөмтәһенә ҡатындың ҡабырғалары һына. Уны ауы хәлдә Анталья (Anatolia Hospital) дауаханаһына алып киләләр.

Ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй Ираида Плынованың тормош иптәше Төркиәләге Рәсәй Федерацияһы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ҡатынды дауаханала ҡуҙғатырға ҡушмайҙар. Мөмкинлек сығыу менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Антальяға табиптар бригадаһы менән санитар самолет ебәрергә ҡарар итә. Һауа судноһын яллауға, һәләкәттәр медицинаһы белгестәренә, зыян күреүсене үҙебеҙгә алып ҡайтыуға киткән сығымдар республика ҡаҙнаһынан ҡаплана.

11 октябрҙә Ираида Плынова Мәскәүҙәге А.В. Вишневский исемендәге Хирургия институтына килтерелде, ул әле шунда дауалана, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.