7 декабрь, Шаршамбы

13 октябрь 2011 йыл, 9:37

Сибай ҡалаһында үткән форумда өс иң яҡшы туристик проект һайланды

автор: Любовь Колоколова

Сибай ҡалаһында үткән форумда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына бәйле өс иң яҡшы туристик проект һайланды. Уларҙы «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (Бөрйән районы), «Форт Яманташ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Йылайыр районы) һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының SIFE командаһы (Сибай филиалы) тәҡдим итте.

Туристик проекттар форумында Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре вәкилдәре, республика туроператорҙары, Магнитогорск, Ырымбур, Мәскәү ҡалаларынан, Венгриянан һәм Ирактан ҡунаҡтар ҡатнашты. Почетлы ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Назаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова һәм башҡалар булды.

Сувенир продукцияһы йәрминкәһе ҡунаҡтарға айырыуса тәьҫир итте, унда Сибай ойошмалары ғына түгел, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары оҫталары ла үҙ изделиеларын тәҡдим итте, тип хәбәр итте Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты. Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы «Туристик Сибай» документаль фильмын күрһәтте.