4 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 17:49

Республика уҡытыусылары - «Роснано» мәктәп лигаһы сиктәрендә стажировкала ҡатнашыусылар иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Белорет лицей-интернаты һәм 5-се Дәүләкән гимназияһы уҡытыусылары республика делегацияһы составында «Роснано» мәктәп лигаһы сиктәрендә Ҡазанда стажировка үтә. Был хаҡта М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультеты деканы Эдуард Жданов хәбәр итте. Был мәғариф учреждениелары үткән йылдың декабрь айында «Роснано» мәктәп лигаһы составына конкурс нигеҙендә үтте, тине ул. Улар физика-математика фәндәре докторы, профессор Алексей Лачинов етәкселеге аҫтында нанотехнологиялар өлкәһендә белем биреү һәм фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген алып бара.

Татарстандың баш ҡалаһынан тыш, стажировкалар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Новосибирскиҙа үткәрелә. Бындай стажировкалар уҡытыусыларға оҫталыҡ кластарында, дискуссияларҙа һәм эшлекле уйындарҙа ҡатнашыу, нанотехнологиялар өлкәһендә алдынғы предприятиеларҙа булыу мөмкинлеген бирә.

«Роснано» мәктәп лигаһы – илдең 10 төбәгендәге бер проект менән берләштерелгән 20 мәктәп берләшмәһе. Ул «Роснано» инфраструктура һәм мәғариф программалары фонды ярҙамында эшләй.

темалар: мәғариф