7 декабрь, Шаршамбы

12 октябрь 2011 йыл, 17:12

«Уралэкология-2011» форумында экомобиль терегөмөшлө лампалар ҡабул итә

автор: Галина Бахшиева

Өс көн дауамында – 12 октябрҙән 14-енә тиклем Өфөлә, «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда, республикалағы берҙән-бер экомобиль — «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының терегөмөшлө изделиелар йыйыу пункты эшләйәсәк. Предприятие бөгөн асылған «Уралэкология. Сәнәғәт-2011» экологик форумында ҡатнаша һәм үҙенең экомобиле ярҙамында терегөмөшлө лампаларҙы утилләштереүгә Өфө халҡы иғтибарын йәлеп итергә теләй. «Тәбиғәт» предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинованың фекеренсә, ҡала халҡын көнкүрештә барлыҡҡа килгән зыянлы ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эт итеүгә өйрәтеү мөһим.

— Энергия һаҡлаусы лампалар, термометрҙар һәм башҡа терегөмөшлө изделиелар халыҡтан бушлай ҡабул ителә. Кисен, 14 октябрҙә, экомобиль йыйылған лампаларҙы Стәрлетамаҡҡа, хәүефһеҙ утилләштереү участкаһына алып барасаҡ. Йыл башынан алып бөтә республиканы тиерлек йөрөп сыҡҡан беҙҙең экомобилебеҙ халыҡтан өс мең самаһы ошондай лампалар ҡабул итте, -  тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Альбина Шәмсетдинова.