Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес һайланасаҡ

Иҡтисад

13 октябрҙә Өфөлә «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең иң яҡшы белгесе — 2011» республика конкурсы үтәсәк. Дүртенсе тапҡыр уҙғарылған конкурс Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата үткәрелә.

Конкурста ойошмалар тарафынан тәҡдим ителгән йәки бәйгелә үҙаллы сығыш яһаған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең белгестәре ҡатнаша ала.

Һөнәри конкурс биш этаптан тора. Тәүҙә ҡатнашыусылар компьютерҙа тест үтергә тейеш, бынан һуң улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә мәсьәләләр сисәсәк. Өсөнсө этапта белгестәр транспорт сараларын ҡулланғанда һәм хеҙмәтләндергәндә хеҙмәт һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлаясаҡ. Тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү – айырым бәйге буласаҡ. Брейн-ринг стилендәге һорауҙарға яуап биреү – һуңғы һынау.

Конкурсты "Тармаҡ-ара институт" дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһы һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы ойоштора. Еңеүселәр дипломдар һәм приздар аласаҡ, уларға «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең иң яҡшы белгесе — 2011» исеме биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть