6 декабрь, Шишәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 16:16

БР-ҙағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе Башҡортостан вуздарында филиалдарын аса

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе республиканың алдынғы вуздарында үҙенең филиалдарын аса.

— Ошо һәм киләһе аҙнала биш вузда — Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, Өфө дәүләт авиация техник университетында Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең филиалдары эшләй башлай, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР-ҙағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров. – Унда үҙҙәренең социаль проекттары булған, ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынған өлкән курс студенттары уҡыясаҡ.  Лекциялар менән билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, парламентарийҙар, федераль һәм төбәк кимәлендәге министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Сентябрь аҙағында Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы студенттары өсөн беренсе лекцияны Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленок уҡыны. Бөгөн, 12 октябрҙә, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында Башҡортостан Республикаһында социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәре тураһындағы лекция менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов сығыш яһаясаҡ. Иртәгә, 13 октябрҙә, Башҡорт дәүләт медицина университетында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин лекция һөйләргә тейеш.