Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө авиация университетында өлкән кластар өсөн йәкшәмбе мәктәбе асылды

Йәмғиәт

Өфө дәүләт авиация техник университетында һәләтле өлкән класс уҡыусылары өсөн йәкшәмбе математика мәктәбе эшләй башланы. Унда дәрестәрҙе ӨДАТУ-ның алдынғы ғалимдары, декандары, кафедра уҡытыусылары, шулай уҡ Өфө математиктары — уҡытыусылар, методистар алып  барасаҡ.  

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу бушлай буласаҡ. Тыңлаусыларға хәҙерге фән проблемалары, математика буйынса лекциялар тәҡдим ителәсәк. Теория уҡыуҙан тыш, практик өлөш тә ҡаралған, унда йәштәр ҡатмарлы мәсьәләләр сисеү менән шөғөлләнәсәк.

Бөтә һорауҙар буйынса sunday_school_onf@mail.ru адресына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был e-mail адрес спам-боттарҙан һаҡланған, уны ҡарау өсөн Javascript ҡулланыу мотлаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть