5 декабрь, Дүшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 15:59

Республикала «Мисс Йәш Гвардия» һайланасаҡ

автор: Людмила Терновая

«Йәш Гвардия» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе быйыл көҙ «Мисс Йәш Гвардия 2011» матурлыҡ конкурсын үткәрә. Яңыраҡ «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә кастинг үткән, 45 кеше «Мисс...» исемен яулау теләген белдергән, финалға 15 һылыу һайланған.

Бындай конкурсты йәш гвардиясылар икенсегә үткәрә. Тәүге тапҡыр ул былтыр уҙғарылған.

Кастингтан һуң финалға сығыусылар фотосессияла, шулай уҡ ошо көндәрҙә республикала үткәрелгән социаль проекттарҙа ҡатнашасаҡ. Планлаштырылған саралар менән бер рәттән конкурс сайтында тауыш биреү ҙә ойоштороласаҡ.

«Мисс Йәш Гвардия 2011» конкурсы финалы бер айҙан – 12 ноябрҙә үтәсәк. Еңеүсе өсөн төп бүләк – конкурстың генераль партнерынан туристик путевка.

темалар: конкурстар