7 декабрь, Шаршамбы

12 октябрь 2011 йыл, 15:39

Башҡортостанда «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге - 2011» экофорумы асылды

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге — 2011» экология форумы һәм махсус күргәҙмәһе асылды. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы контролдә тотоу, утилләштереү, эшкәртеү һәм ергә күмеү буйынса заманса технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән экофорумдың һәм күргәҙмәнең төп маҡсаттары булып тора.

«Уралэкология-2011» форумында ҡатнашыусы Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков фекеренсә, экологик проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт власының, ғалимдарҙың һәм практиктарҙың берлектә эшләүе зарур. Экофорум сиктәрендә Башҡортостандың йәш ғалимдары үҙҙәренең эшләнмәләрен һәм проекттарын тәҡдим итәсәк, улар тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

— Экологик форум Башҡортостанда осраҡлы ғына үткәрелмәй. Республикабыҙҙа сәнәғәттең барлыҡ тиерлек өлкәләре, шул иҫәптән нефть эшкәртеү, машиналар төҙөү һәм тау сеймалын табыу тармаҡтары ла бар. Улар тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә, — тине «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов.

Экофорум эшендә ғалимдар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, Башҡортостан аналитиктары һәм Рәсәйҙең башҡа төбәк вәкилдәре ҡатнаша.

— Мин Өфөләге форумға Татарстанда үткәрелгән дәүләт экология сәйәсәте хаҡында һөйләргә килдем. Беҙҙә күп кенә ҡыҙыҡлы пилот экопроекттары бар. Экология өлкәһендә беҙ лидер икән тип уйлағайным, ысынында иһә һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнергә була, — тине «Башинформ» агентлығына Татарстандың экология һәм тәбиғәт ресурстары министры Артем Сидоров.