5 декабрь, Дүшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 15:09

41 район орлоҡ һалыу буйынса планды үтәгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандағы ауыл хужалығы предприятиеларының күбеһенең алдағы сәсеү кампанияһына орлоғо әҙер. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, 41 район эшсәндәре орлоҡ һалыу буйынса планды үтәгән.

Яҙғы сәсеүгә иген культуралары орлоғоноң запасы республикала 283 мең тоннаны тәшкил итә. Яҙғы бойҙайҙың страховка фондына 33 мең тонна иген һалынған, ә ужым культураларының күсмә фондында – 76 мең тонна.

Быйылғы мул иген уңышын һәм былтырғы ҡаты ҡоролоҡто иҫәпкә алып, бихисап райондар һаҡлыҡ сараһын күрә һәм орлоҡ фондына игенде арттырып һала. Илеш районы аграрийҙары, мәҫәлән, орлоҡ һалыу планын 137 процентҡа үтәгән.