Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

БашДУ студенттарына Болгария университеты профессорҙары лекция уҡый

Йәмғиәт

Изге Кирилл һәм Мефодий исемендәге Великотырново университеты делегацияһы (Болгария) Башҡорт дәүләт университетына килде. Визит сиктәрендә филология фәндәре докторы Стоян Панайотов Буров һәм тарих фәндәре докторы Христо Глушков БашДУ студенттары өсөн лекция уҡый һәм махсус семинарҙар үткәрә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Великотырново университеты – Башҡортостан юғары уҡыу йортоноң күптәнге сит ил партнеры. Улар 2003 йылда хеҙмәттәшлек итә башлаған, һәм бөгөнгө көнгә ике яҡ та фән һәм мәғариф өлкәһендә үҙ-ара килеше эш итеү мәсьәләләрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Берлектә конференциялар үткәрелә, «ҡуш диплом» программаһы эшләп килә.

Болгария уҡытыусылары һүҙҙәре буйынса, Болгария йәштәре араһында рус теленә һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу артҡан, ә Великотырново университетында рус теле кафедраһы ла бар.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, профессор Христо Глушков Европа тарихы буйынса лекция уҡый, Башҡорт дәүләт университетында үткән Телдәр фестивалендә ҡатнашҡан Стоян Панайотов Буров филология факультеты студенттары өсөн дәрестәрҙе аҙнаһына бер нисә тапҡыр үткәрә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть