8 декабрь, Кесе йома

12 октябрь 2011 йыл, 14:33

Башҡортостан вәкилдәре рәсми визит менән Рига һәм Юрмалала булды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре Рәсәй делегацияһы составында Латвияға барҙы. Сәфәр Рәсәйҙең билдәле «Совершенно секретно» медиа-брендының Латвияға арналған һәм Рәсәй менән Латвияның төрлө өлкәләге хеҙмәттәшлеген әүҙемләштереүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған махсус сығарылышын презентациялауға ҡарата ойошторолған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына проекттың директоры Наталья Русинова хәбәр итте.

Делегация составына Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рөстәм Вилданов һәм ЮНЕСКО-ның БР буйынса комитетының Балтика төбәгендәге вәкиле Рина Хәмитова ингән. Рәсәй төркөмө составында Киров, Түбәнге Новгород һәм Волгоград өлкәләре делегаттары ла бар.

«Совершенно секретно» холдингы проектын өйрәнеүҙән тыш, Рига һәм Юрмала менән танышыу, Латвия менән Рәсәй төбәктәре араһында туризм, мәҙәниәт, мәғариф, транзит һәм бизнес өлкәләрендә ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлек формаларын эҙләү визиттың төп маҡсаты тип билдәләнгән.

Рәсәй ҡунаҡтарын «Совершенно секретно» холдингы президенты Вероника Боровик-Хильчевская, Риганың вице-мэры Андрис Америкс, Юрмаланың вице-мэры Марис Дзенитис, Рига һәм Юрмала Думаһы депутаттары, Латвия бизнесы вәкилдәре һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре оҙатып йөрөгән.

Делегаттар Рига Думаһы, Рига порты, Юрмала Думаһы һәм ике ҡаланың төп туристик объекттары менән танышҡан.