4 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 13:33

Юлай Ильясов: «Ипотека ставкаларының дәүләт ҡатнашлығында төшөрөлөүе ихтимал»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 28 сентябрҙә өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Инвалид бала тәрбиәләгән граждандар ҙа ошондай уҡ хоҡуҡтан файҙалана ала.                    

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясовтың әйтеүенсә, ғаиләләрҙең мөмкинлектәре һәм теләктәре бер иш түгел.

— Әгәр граждан йортон тиҙ арала күтәрә алмай икән, аҡса йыя башлап, ипотека кредиты алып, бер аҙ ваҡыттан һуң төҙөй ала. Ипотека алғанда банктар күп осраҡта тәүҙә ер участкаһын, артабан унда төҙөлгән йортто залогҡа һалыуҙы талап итә, — тип билдәләне ул. — Үкенескә күрә, банктарҙың физик шәхестәрҙе кәметелгән ставкалар буйынса кредитлау мөмкинлеген биргән уңайлы ипотека кредиты механизмы юҡ. Ипотека кредиты ставкалары илдең финанс баҙары талаптары буйынса билдәләнә.

Министр фекеренсә, ставкаларҙы был процеста дәүләт ҡатнашҡан осраҡта кәметергә мөмкин, һәм был эш менән финанс өлкәһендәге дәүләт структуралары шөғөлләнә. Ер участкалары шәхси милек итеп теркәлә, шуға күрә граждандар уның менән ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә үҙ ҡарамағы буйынса идара итә, һата йәки балаларына бүләк итә ала.