11 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 12:10

Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм дәүләт һатып алыуҙар системаһы мәсьәләләре буйынса видеоконференцияла ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

11 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты күрһәтмәләрен үтәү мәсьәләләре буйынса сираттағы видеоконференцияла ҡатнашты, уны дәүләт башлығы Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Видеоконференцияла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, шулай уҡ дәүләт һатып алыуҙар системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты күрһәтмәләрен үтәү барышы һәм һөҙөмтәләре тикшерелде.

Рәсәй Федерацияһы Президенты иғтибарын киләһеләргә йүнәлтте: бөтә тиерлек губернаторҙар хоҡуҡи проблемаларҙың, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге енәйәт ҡылыуға бәйле мәсьәләләрҙең булыуы хаҡында һөйләй. Дмитрий Медведев билдәләүенсә, «енәйәт ҡылыуҙар – урлашыу, ришүәт биреү, хаҡтарҙы һәм тарифтарҙы нигеҙһеҙ арттырыу – был өлкәлә тейешле контроль булмағанлыҡтан һәм баҙар механизмдарының тейешле эшләмәүенән килеп сыға».

Дмитрий Медведев Рәсәйҙә «төрлө килешеү конкурстары, тендерҙар үткәреү мөмкинлеген сикләгән заманса дәүләт һатып алыуҙар системаһын булдырыу кәрәклеге» хаҡында ла әйтте. РФ Президенты был эштең ҡатмарлы булыуын, әммә уны атҡарырға кәрәклеген билдәләне. «Яңы юридик механизмдар булдырыу һәм ғәмәлдәге коррупцион схемаларҙы бөтөрөү зарур», — тине Дмитрий Медведев.

«Видеоконференцияла ҡаралған ике мәсьәлә буйынса ла беҙгә һорауҙар һәм киҫәтеүҙәр булманы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тәртип булдырыу өсөн беҙ бөгөн әүҙем эш алып барабыҙ. Алдағы арала күп ҡатлы йорттарҙа 14-15 меңгә яҡын йорт комитеты булдырыласаҡ. Был эш 4-5 ай ваҡыт аласаҡ. Эштең беренсе этабын ноябрҙә тамамларға планлаштырабыҙ. Беҙгә киҫәтеүҙәр булмауының тағы ла бер сәбәбе – Рәсәй Федерацияһында идара итеү компанияларына, торлаҡ хужалары берләшмәләренә контроллек итеүҙең яңы төрҙәрен беҙ тәүгеләрҙән булып ҡулланылышҡа индерергә йыйынабыҙ. Был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күп булыуы билдәле. Әммә беҙҙә иҫкәртеү саралары күрелде».

«Дәүләт һатып алыуҙар өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар менән көрәшеү өсөн беҙҙә дәүләт һатып алыуҙары буйынса махсус комитет булдырылды. Һатып алыуҙар өлөшләтә электрон форматта башҡарыла, был аҡсаларҙы һаҡсыл тотонорға мөмкинлек бирә. Бөгөн дәүләт комитеты 7 миллиард һум суммаға конкурс процедуралары үткәрҙе, 1 миллиард һум аҡса һаҡланып ҡалды, улар иҡтисадҡа ҡайтарыла», — тине Рөстәм Хәмитов.

Видеоконференция барышында шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре ҡатнашты. «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә, дәүләт һатып алыуҙар өлкәһендә лә тәртип булдырыу ниәте ҙур ғына. Башҡортостан Республикаһында ла тәртип булдырылыр, тип ышанам. Был эште даими алып барасаҡбыҙ, һәм хоҡуҡ боҙоусыларға аяу булмаясаҡ», — тине Рөстәм Хәмитов.

темалар: бр президенты