6 декабрь, Шишәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 11:01

Дума һайлауҙарында Башҡортостанда 3527 һайлау участкалары эшләйәсәк

автор: Марина Шумилова

4 декабрҙәге Дума һайлауҙарында Башҡортостанда 3527 һайлау участкалары эшләйәсәк, шуларҙың 743-ө – ҡала округтарында (Өфөлә – 418), 2784-е — муниципаль райондарҙа. Ошо көндәрҙә БР Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында һайлау участкаларының берҙәм нумерацияһы билдәләнде.

Һайлау участкалары иҫәбе буйынса беҙҙең республика илдә алдынғы урында, был ҡатмарлы территориаль шарттарға бәйле — территория ҙур һәм республиканың ҡайһы бер төбәктәрендәге тораҡ пункттар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан. 2007 йылдағы Дума һайлауҙарында ла шул сама һайлау участкалары эшләгәйне. Үткән һайлауҙарҙағы кеүек үк, республика Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө кеүек дүрт өлөшкә бүленгән, төбәктең депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге лә уларға ярашлы әҙерләнгән.

темалар: һайлауҙар