11 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 10:29

Республикала 450 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан сөгөлдөрсөләре 447 мең 612 тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алған. Республикала татлы тамыраҙыҡ йыйыу дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө көндә был техник культура сәселгән майҙандарҙың 30 процентында урып йыйыу эштәре үткән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостандың 26 районы иҡтисади яҡтан табышлы культураны үҫтереү менән шөғөлләнә. Республика буйынса уртаса уңыш быйыл — гектарынан 247 центнер. Бөгөнгө көндә иң күп сөгөлдөр Бишбүләк районында ҡаҙып алынған – бында майҙандарҙың 76 проценты эшкәртелгән. Ә уңдырышлыҡ буйынса Ҡырмыҫҡалы аграрийҙары беренсе урында килә: һәр гектарынан бында 290 центнер татлы тамыр алына. Шишмәләр уларҙан бер аҙға ҡалыша – 282 центнер. Благовар районы эшсәндәре лә алдынғы өсәү исемлегендә – гектарынан 278 центнер. Был шәкәр сөгөлдөрөн элек-электән үҫтергән райондар.

Сөгөлдөр ҡабул итеү пункттарына йәмғеһе 238 мең 94 тонна татлы тамыраҙыҡ оҙатылған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.