Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Япония технологиялары буйынса сүп-сар яғыу заводы төҙөләсәк

Иҡтисад

Шишәмбе, 11 октябрҙә, «Башҡортостан – Япония» телекүпере барышынды Японияның Mitsubishi Heavy Industries компанияһы менән республикала сүп-сар яғыу заводын төҙөү тураһындағы ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың сентябрендә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында компания вәкилдәре ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә экологик саф технологиялар ҡулланылған завод презентацияһын тәҡдим иткәйне.

Төбәктә ҡулланыу ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса завод төҙөү проектының өҫтөнлөктәре байтаҡ. Иң мөһиме – уны ҡала эсендә лә, шулай уҡ ҡала янында ла төҙөргә була.

— Завод төҙөү өсөн бер нисә урын ҡаралды, — тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов. – Улар араһында Өфө районының Сергеевка ауылы – төҙөү өсөн иң ҡулайлыһы.

Объект төҙөү өсөн кәрәкле участка майҙаны 2,5 гектар тәшкил итә. Компания заводты 32 ай эсендә төҙөп бөтөргә планлаштыра.

Алда проектты финанслау механизмын тикшереү тора. Проекттың хаҡы яҡынса 3 миллиард 200 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бөгөнгө көндә Японияла 180 бындай завод эшләй. Япония белгестәре хәбәр итеүенсә, тирә-яҡ мөхиткә завод бер ниндәй ҙә зыян килтермәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть