4 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2011 йыл, 9:20

Сибайҙа «Мәктәп-балалар баҡсаһы» белем биреү комплексы асылды

автор: Эльмира Сабирова

Республика көнө алдынан Сибайҙа «Мәктәп-балалар баҡсаһы» белем биреү комплексы асылды. Яңы бина ҡаланан алыҫ булған Арҡайым биҫтәһендә урынлашҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Ведомствонан асыҡлауҙарынса, комплекс асылыуын халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Бында меңдән ашыу йәш ғаилә йәшәй, күбеһенсә — балалары булған йәш ғаиләләр. Яңы бинаға нигеҙ 2010 йылда һалынған.

— 150 урынлыҡ башланғыс белем биреү мәктәбен һәм балалар баҡсаһын асыу Арҡайым биҫтәһенең социаль проблемаларын хәл итеүҙә йәнә бер аҙым, — тине Сибай хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы сәйәси советы секретары Хәлит Сөләймәнов. – 20 йыл элек булдырылған биҫтәлә хәл итерлек мәсьәләләр етерлек әле. Уларҙың береһе балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә ҡағыла ине. Һәм бөгөн был мәсьәлә хәл ителде.

«Балалар баҡсалары — балаларға» проекты сиктәрендә быйыл «Көнсығыш» биҫтәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлауы хаҡында ла хәбәр итте ул. Бынан тыш, 2012 йылға республика адреслы инвестицион программаһына 140 урынлыҡ йәнә бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы индерелгән. Шулай уҡ Сибайҙа 110 урынлыҡ «Сулпылар» балалар баҡсаһы реконструкцияланасаҡ.

Арҡайым биҫтәһендәге белем биреү комплексы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм Дәүләт Думаһының «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары ярҙамында төҙөлгән.