3 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 16:47

Республика аграрийҙары 3 млн тоннанан ашыу иген һуҡҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөнгө көндә Башҡортостан игенселәре 3 млн 3 мең тонна иген һуғып алған. БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәренең быйылғы йылға прогноздары аҡланды. Әммә ураҡ кампанияһы ямғырҙар арҡаһында бер аҙға һуҙылған. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, аяҙ көндәр аграрийҙарға ураҡ эштәрен дауам итергә мөмкинлек биргән.

Бөгөнгө көндә ете район аграрийҙары иген культураларын тулыһынса йыйып алған, ҡалғандары һуңғы гектарҙарҙа эшләй. Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре ураҡты тәүгеләрҙән булып тамамланы. 202 мең тонна иген йыйып, улар республика икмәгенә ҙур өлөш индерҙе.  

Ауырғазы, Илеш, Саҡмағош райондары буйынса игендең тулайым йыйымы 130 мең тоннанан ашты.