3 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 16:32

Өфөнөң Якутов исемендәге паркында Республика көнөндә ағастар ултыртыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң матур парктарының береһе – Иван Якутов исемендәге паркта йәнә 50 ағас ултыртыласаҡ. Улаҙы «Балалар хыялы оазисы» ижади киностудияһы балалары һәм ата-әсәләре ултыртасаҡ. Был иҫтәлекле сараны ойоштороусыларҙың береһе – «ЭКА» төбәк йәмәғәт ойошмаһына үҫентеләрҙе Өфө урман хужалығы биргән.

— Иртәгә, 13 сәғәттә, ҡаланың Якутов исемендәге паркында, тантаналы саралар сиктәрендә Өфөнөң «Балалар хыялы оазисы» киностудияһы балалары һәм ололары 50-гә яҡын ағас ултыртасаҡ. Был ағас ултыртыу тантанаһы тураһындағы сюжет «Балалар күҙҙәре менән экология» темаһына арналған әле әҙерләнеп ятҡан документаль фильмға индереләсәк. Декабрҙә уны Мәскәүҙә йыл һайын үткәрелеүсе «ЭКОчашка» халыҡ-ара экологик кино фестивалендә күреп була, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһының төбәктәге етәксеһе Гүзәл Латыпова.

Белешмә өсөн: «ЭКОчашка» халыҡ-ара кинофестивале – Рәсәйҙә тәүге коммерцияға ҡарамаған фестиваль, ул тамашасыларҙы сит ил һәм үҙебеҙҙең ил экологик киноһы менән таныштыра.