9 декабрь, Йома

10 октябрь 2011 йыл, 16:22

Һәр кешегә – тиҙ хоҡуҡи ярҙам

автор: Илһөйәр Сәйәхетдинова

Шаршамбы, 12 октябрҙә, «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығында республика Прокуратураһының Гражданлыҡ процесында прокурорҙар ҡатнашлығын тәьмин итеү бүлеге өлкән прокуроры Гөлфиә Торомтаева тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.  

Хеҙмәт бушлай һәм уның менән теләгән һәр кем файҙалана ала. Бының өсөн 15-17 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә ойошторола.

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр граждандар, шулай уҡ енәйәт эштәренә бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версии Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға.