11 декабрь, Йәкшәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 16:10

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Башҡортостанда 4300 тонна продукция һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ял көндәрендә үткән йәрминкәләрҙә республиканың сайҙа майҙандарында 4300 тонна продукция һатылған. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 8-9 октябрҙә ауыл халҡы 154 тонна һыйыр ите, 89 тонна сусҡа ите, 27 тонна һарыҡ ите, 6 тонна йылҡы ите, 30 тонна ҡош ите һатҡан. Йәшелсәләр менән сауҙа итеү ҙә йәнле барған. Республика халҡы ҡышҡылыҡҡа ҙур запас эшләгән. 2,4 мең тонна картуф, 167 тонна кишер, 880 тонна һуған, 130 тонна сөгөлдөр, 423,2 тонна кәбеҫтә һатылған. 17 сентябрҙән алып үткәрелгән йәрминкәләр дауамында 12 мең тонна самаһы ауыл хужалығы продукцияһы һатылған.

Дәүләт комитеты белгестәре йәрминкә хаҡтарын анализлаған. Бер килограмм һыйыр ите өсөн йәрминкәләрҙә —  180-250 һум, сусҡа итенә — 150-200 һум, картуфҡа — 10-12 һум, һуған һәм кишергә — 13-14 һум, кәбеҫтәгә 8-10 һум һорағандар. Иң арзан картуф Учалы йәрминкәһендә тәҡдим ителгән  — килоһы 7 һум, иң арзан кәбеҫтә Сибайҙа — 4,5 һум. Иң осһоҙ һуған, һарыҡ һәм ҡош ите Бәләбәйҙә һатылған: улар 7-11 һумдан, 150 һәм 65 һумдан тәҡдим ителгән.