3 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 15:50

Берҙәм рәсәйлеләр Мишкәләге балалар баҡсаһы менән танышты

автор: Людмила Терновая

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың бер нисә ҡалаһы һәм районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре үтте. Мишкә районында ҡунаҡтар балалар учреждениеһына барҙы. Был хаҡта партияның төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары урынбаҫары Александр Дегтярев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Лебедьков, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаевтан торған рәсми делегация район үҙәгендә урынлашҡан «Шишмәкәй» балалар баҡсаһына айырым иғтибар бирҙе.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мөдире Роза Килдебаева ҡунаҡтар өсөн экскурсия үткәрҙе. Делегация бәләкәйҙәр һәм урта йәштәгеләр төркөмө менән танышты. Һуңғыһында педагог балалар менән «Тирмәкәй» уйынын үткәрҙе. Сабыйҙарҙы күҙәткәндән һуң улар музыка залына үтте, унда ҡунаҡтар өсөн байрам программаһы әҙерләнгәйне. Әҙерлек төркөмө балалары Республика көнөнә ҡарата ике номерҙан торған иртәлек әҙерләгәйне.  

Артабан балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр менән һөйләшеү үтте. Баҡса мөдире, мәҫәлән, быйыл бинаның ҡыйығы алмаштырылыуы һәм канализацияға өлөшләтә ремонт үтеүе, эске биналарға косметик ремонт яһалыуы хаҡында һөйләне. Һөйләшеү барышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тәҙрә рамдарының иҫкереүе, ҡышҡы һыуыҡтарҙа уларҙың йылы тотмауы ла телгә алынды. 2-се мәктәп директоры Сергей Александровҡа ла һүҙ бирелде. Ул «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең мәктәпкә яҡшы әҙерлек менән килеүҙәрен билдәләне.