Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Республика көнө алдынан Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.

Монумент Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән, республикала Рәсәй көнөн һәм Республика көнөн был һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башлау матур йолаға әүерелгән.

Сәскәләр һалыу тантанаһында шулай уҡ республиканың дәүләт власы органдары етәкселәре, Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть