5 декабрь, Дүшәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 15:17

Журналистар «торлаҡ» конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аҙ ҡатлы йорттар төҙөү проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән һөнәри байрамда еңеү өсөн рәсми рәүештә теркәлгән барлыҡ баҫма матбуғаты һәм интернет-баҫма журналистары көс һынаша ала.

Рәсәй Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр ағымдағы йылдың 15 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Йомғаҡтар декабрҙә яһаласаҡ. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтәсәк.

Еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләү ҡарала: «Федераль баҫма киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә», «Төбәк баҫма киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә» һәм «Интернет киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә». Федераль баҫма матбуғатында иң яҡшы мәҡәлә авторы 40000 һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ, интернет киң мәғлүмәт саралары номинацияһында еңеүсегә 30000 һум күләмендә премия биреләсәк, төбәк баҫма киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә өсөн 25000 һумлыҡ награда ҡаралған.

Конкурстың эксперттар комиссияһы үҙ ҡарамағына өҫтәмә рәүештә йәнә өс номинация булдыра ала.