7 декабрь, Шаршамбы

10 октябрь 2011 йыл, 14:08

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БДБ илдәре журналистары менән осрашты

автор: Галина Бахшиева

8 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БДБ илдәре журналистары менән осрашты, улар республикаға танышыу визиты менән килгән. Делегация составында — Әзербайжан, Белоруссия, Молдова һәм Украинаның дәүләт мәғлүмәт агентлыҡтары вәкилдәре. Был журналистарҙың Башҡортостанға тәүгә килеүе. Өс көн дауамында сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында, «Аллоплант» бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә, Башҡортостандың бер нисә сәнәғәт предприятиеһында, шулай уҡ республиканың Әбйәлил районында булды.

— Күргәндәрегеҙҙең барыһы ла һеҙгә оҡшағандыр, тип ышанам. Бындай осрашыуҙарға беҙ гел шатбыҙ, һәр ваҡыт асыҡбыҙ һәм төрлө темалар хаҡында һөйләшергә әҙербеҙ. Тәүҙә Башҡортостандың БДБ илдәре менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе күптән көйләүен билдәләп үтәйем. Һуңғы йыл эсендә генә Беларусь Республикаһы, Украина һәм Әзербайжандың төрлө кимәлдәге дипломатик вәкилдәре менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ. Был мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашыу барышында.

Республика Президенты фекеренсә, иң тығыҙ иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән булдырған. Ике республика араһындағы эшлекле бәйләнештәр йылдан йыл үҫешә.

— Иң тығыҙ бәйләнештәр Беларусь Республикаһы менән булдырылғандыр ул – был ауыл хужалығы техникаһын, машиналар, ҡорамалдар поставкалау, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был илселек вәкиленең республикабыҙҙа йәшәүе һәм эшләүе менән бәйле. Хөкүмәтебеҙ вице-премьеры етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы бөгөн Белоруссияла. Тема: ауыл хужалығы, үҙ-ара килешеп эш итеү һәм яңы бәйләнештәр булдырыу. Ауыл хужалығы предприятиеларын Башҡортостан Республикаһында башҡа төр мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә өйрәтеү маҡсатында Белоруссиялағы хеҙмәттәштәребеҙгә беҙгә продукция ебәреү генә түгел, ә республика биләмәһендә эшләргә лә тәҡдим итәбеҙ.

— Ун көн элек Украинаның Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе менән осраштыҡ, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Был бик ҡыҙыҡлы осрашыу булды. Унда сәнәғәт производствоһы, иҡтисад үҫеше, үҙ-ара иҡтисад өлкәһендә килешеп эш итеү мәсьәләләре генә түгел, мәҙәни хеҙмәттәшлек тә тикшерелде. Киевта һәм илдең башҡа ҡалаларында йәшәүсе күп һанлы яҡташтарыбыҙға Украинаның ярҙам итеүе тураһында килешеп һөйләштек. Бынан тыш, Украина илселегендә республикабыҙ презентацияһын үткәрергә планлаштырабыҙ, ә артабан был презентация менән Украинала, атап әйткәндә Киевта сығыш яһауыбыҙ ихтимал.

Әзербайжанға килгәндә, был ил менән дә иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерәбеҙ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Беренсенән, беҙ республиканың төрлө тармаҡтарында эшләүсе Әзербайжан халҡына ярҙам итәбеҙ, — тип билдәләне республика башлығы. -  Был элекке тарихи бәйләнештәр –  алыҫ совет йылдарында Әзербайжан Башҡортостандың нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерергә ярҙам иткән. Беҙҙә Әзербайжандан күп кенә ҙур белгестәр эшләгән. Баку юғары уҡыу йортон тамамлаусылар әле булһа беҙҙең нефть эшкәртеү заводтарында эшләй.

— Молдова Республикаһы менән рәсми мөнәсәбәттәрҙе әҙерәк кимәлдә үҫтергәнбеҙҙер. Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә теләр инек. Бер-беребеҙгә продукция ебәреүҙе тәьмин итергә беҙ һәр ваҡыт әҙер, беҙҙең белгестәр ҙә Молдова Республикаһында эшләп ҡарарға теләй. Технологиялар, белем менән алмашыуҙы күҙ уңында тотам. Беҙ ҙә Молдова Республикаһын төҙөлөш технологияларын яҡшы белгән ил булараҡ беләбеҙ, беҙҙең өсөн был ҡыҙыҡлы, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Үҙ илдәрегеҙҙең вәкиле булараҡ, киләһе һүҙҙәремде рәсми рәүештә еткерә алаһығыҙ: беҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү яҡлы, һәр төрлө хеҙмәттәшлек тә беҙҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙ күпселек йәһәттән бер-беребеҙҙең ярҙамыбыҙға мохтаж, шуға күрә был мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн бик мөһим, кәрәкле һәм файҙалы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яҡын сит ил журналистары тарафынан Башҡортостан Президентына бирелгән күпселек һорауҙар, үҙ сиратында, БДБ илдәре менән бәйләнештәр булдырыуға һәм уларҙы нығытыуға ҡағылышлы ине. Иҡтисади ғына түгел, мәҙәниәт өлкәһендә лә. Бынан тыш, Рәсәй менән БДБ араһында берҙәм иҡтисади киңлек булдырыу процесына, республикала башҡа халыҡ телдәрен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға бәйле һорауҙар бирелде. Журналистарға Рөстәм Хәмитовтың халыҡтар араһындағы конфессия-ара татыулыҡты һәм дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыуға ҡағылышлы яуаптарын ишетеү ҡыҙыҡлы булды.

— Өфөгә килермен тип бер ҙә уйламаған инем, бында күргәндәремә хайран ҡалдым. Матур тәбиғәт, күркәм ҡаланан тыш, һеҙҙә производство ла үҫешкән. Беҙ булған предприятиелар араһынан «Яҡтыкүл» шифаханаһын, беҙҙә билдәле булған  «Аллоплант» бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәген, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен айырыуса билдәләр инем. Рөстәм Хәмитовтың беҙгә Бакуға килеүен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙең дә күрһәтерлек уңышлыҡтарыбыҙ бар. Башҡортостан менән Әзербайжан араһында артабанғы хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәрен тикшерәсәкбеҙ, — тине «Башинформ» агентлығына Әзербайжан дәүләт телеграф агентлығының иҡтисади секторы начальнигы Айгөл Алиева.