8 декабрь, Кесе йома

10 октябрь 2011 йыл, 11:17

Йылайырҙа Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үтте

автор: Әлим Фәйезов

Йылайыр ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башланғысы менән Республика көнөнә арналған мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды.

Район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт коллективтарының, район йәмәғәтселегенең тантаналы йыйылышы үтте, унда йәш белгестәргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Сарала 21 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләр (Башҡортостанда Республика көнө 21 йыл дауамында билдәләнә), алтын юбилярҙар тәбрикләнде. Был көндө бала табыу йортонан яңы тыуған сабыйҙы ҡаршы алыу тантанаһы булды, волейбол буйынса спорт ярыштары үткәрелде, барлыҡ теләүселәр ҙә йүгереүҙә ҡатнаша алды.

Йылайыр халҡы һәм ҡунаҡтары ауыл хужалығы йәрминкәһен ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова ҡатнашты.