7 декабрь, Шаршамбы

10 октябрь 2011 йыл, 10:47

Санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығына аҙна аҙағына тиклем йомғаҡ яһаласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ошо аҙнаның аҙағына тиклем Өфөлә санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығына һуңғы йомғаҡтар яһаласаҡ. 7 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында көҙгө айлыҡ сиктәрендәге һуңғы санитар йома үтте. «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йома өмәһендә 36 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 500 самаһы махсус техника берәмеге файҙаланылған. Мең квадрат метрға яҡын юлдар ремонтланған. Күмәк хеҙмәт көнөндә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 1700 кубометрҙан ашыу сүп-сар тейәп оҙатылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы ҡалала Республика көнөнә әҙерлек сиктәрендә 12 сентябрҙә иғлан ителгәйне. Был арала Өфөлә юлдар, тротуарҙар, ҡоймалар, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау, юлдар, урамдар, квартал араһы территорияларын таҙалау, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен, йылға-күлдәрҙең яр буйҙарын, йырындарҙы сүп-сарҙан таҙартыу, ҡала биләмәһендәге шишмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре ойошторолдо.