10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 10:42

Рөстәм Хәмитов РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев менән осрашты

автор: Әлим Фәйезов | фото: Андрей Старостин

7 октябрҙә Пермдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында федераль һәм республика структураларының һыу хужалығы һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда һыу хужалығы өлкәһендә хәлде көйләү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы.

Һыу хужалығы мәсьәләләрен ҡуҙғатып, Рөстәм Хәмитов Рәсәй һыу хужалығындағы хәлде көйләү буйынса башҡарыласаҡ эштәр күләме буйынса ҙур программа ҡабул ителеүен (300 миллиард һум самаһы) ҡыуаныслы хәл тип билдәләне.

— Алдан фаразланыуынса, Башҡортостан был программа буйынса алты миллиард һум самаһы аласаҡ, – тине Президент. – Республика бюджетынан өс миллиард һум самаһы өҫтәйәсәкбеҙ. Йәғни республиканың һыу хужалыҡтарына 9 миллиард һум йүнәлтеләсәк, сумманың 10 миллиард һум булыуы ла ихтимал. Был бик ҙур сумма, ул республиканың әлеге өлкәһенә кәм тигәндә һуңғы 15 йыл эсендә килгән аҡсаларҙы тулыһынса ҡаплаясаҡ.

Республика башлығы фекеренсә, был ҙур алға китеш буласаҡ.

— Бөгөн был йүнәлештә барлыҡ талаптарҙы ла үтәйбеҙ – проект, документтар, ғариза әҙерләйбеҙ. Эште ентекле һәм сифатлы башҡарырға һүҙ бирәбеҙ. Һәм иң мөһиме – халыҡ һөҙөмтәләрен тоясаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға килгәндә, Президент республикала әлеге көндә йылына 14 миллион тонна самаһы нефть сығарылыуын билдәләне. Бынан тыш, цинк, баҡыр, алтын, һәм башҡа төрлә металдар сығарыу буйынса Урал тау-металлургия компанияһы ҙур эш алып бара.

— Беҙ, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән бергә эшләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. Был эштә күҙәтеү һәм иҫәпкә алыу системаһының аныҡ эшләүен, нефттең бирелгән лицензиялар сиктәрендә сығарылыуын, бының ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһенә лә ҡағылыуын билдәләне ул.

Һөйләшеү барышында көнкүреш, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләләрен ҡуҙғатып, Рөстәм Хәмитов РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының был эштә методик һәм, бәлки, финанс ярҙам күрһәтеүен теләне.

— Был ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү зарурлығы бөгөн көн кеүек асыҡ, — тине республика башлығы. – Әммә бында беҙгә, әлбиттә, ярҙам кәрәк. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы ярайһы уҡ тотороҡло эшләй. Беҙҙә ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡтар юҡ. Беҙ был хеҙмәткә ярҙам күрһәтәбеҙ, һәм ул, әлбиттә, республика өсөн эшләй. Иң мөһиме – халыҡҡа тын алыуы еңел булһын, һыу таҙа булһын, һәм башҡа нәмәләр ҙә тейешле кимәлдә булһын.

Юрий Трутнев үҙ сиратында Башҡортостан Республикаһы нигеҙендә һыу хужалығы буйынса модель булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.

— Башҡалар эшләргә өйрәнһен өсөн, сөнки һеҙҙән башҡа Рәсәйҙең һыу хужалығын яҡшы белеүселәр әҙ. Һеҙ күп йылдар дауамында был өлкәлә етәксе булдығыҙ, шуға күрә һеҙгә ҙур ҡәнәғәтлек менән ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса эштәргә килгәндә, бында ла һорауҙарыбыҙ юҡ. Компания республика биләмәһендә лицензияға ярашлы эш алып бара, яңы участкаларға сыға, яңы технологиялар булдыра, сөнки был өлкәне яңыртыу дөйөм яңыртыуҙың бер өлөшө булып тора. Шуға күрә беҙ барлыҡ проекттарға ла ярҙам итәсәкбеҙ, һәм киләсәктә тағы ла бер тапҡыр барыһын да бергәләп ҡарап сығыу мөмкинлеге булыр, тип ышанам, — тине РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры.