10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 10:27

11 октябрҙә Өфөнөң йәмәғәт транспорты байрам режимында эшләйәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Баш ҡала мэрияһы Өфө халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына Бушлай юл йөрөү көнө бүләк итә. Шишәмбе, 11 октябрҙә, Башҡортостанда Республика көнө билдәләнгәндә, бөтә троллейбус һәм трамвайҙар пассажирҙарҙы бушлай йөрөтәсәк.

Бынан тыш, ҡала транспортының эш ваҡыты 24 сәғәткә тиклем оҙайтыласаҡ, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең транспорт бүлегенән. Был электр транспортына ла, дәүләт автобустарына ла ҡағыла. Шулай итеп, ял итеүселәр 22.30-ҙа башланасаҡ салюттан һуң нисек ҡайтып етеү хаҡында борсолмаһа ла була.

Әйткәндәй, баш ҡала властары байрам саралары арҡаһында юлдарҙы ябырға йыйынмай. Быйыл машиналар ҡуйыу урындарын ғына сикләү ҡаралған. 16.00-дән тантаналар тамамланғанға тиклем Октябрь проспектындағы Ленин майҙаны алдында, шулай уҡ Рус драма театры бинаһы янында машиналар ҡуйыу тыйыла.