11 декабрь, Йәкшәмбе

10 октябрь 2011 йыл, 10:12

Өфө ҡурайсылары конкурсҡа саҡырыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

28-29 октябрҙә Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге III Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы үтәсәк. Уның ойоштороусылары булып ҡала хакимиәте менән БР Ҡурайсылар союзы сығыш яһай.

Конкурс башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, әллә күпме һәләтле йәштәр тәрбиәләгән, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атаҡлы ҡурайсы, педагог Әҙеһәм Исҡужиндың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола.

Ҡурай    сылар конкурсында, йәшенә һәм ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала.

Ҡатнашыуға заявкаларҙы ойоштороусылар 15 октябргә тиклем түбәндә бирелгән адресҡа ебәреүҙе һорай: 450098, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 114/1, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы. Белешмәләр өсөн телефон: 279-06-38.

Гала-концерт һәм конкурс еңеүселәр бүләкләү тантанаһы 29 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.