9 декабрь, Йома

10 октябрь 2011 йыл, 9:03

Башҡорт медицина университеты Вашингтон университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ) менән Вашингтон университеты (Сиэтл, АҠШ) араһындағы күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек хәҙер рәсми рәүештә нығытылды. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башмедуниверситет ректоры, профессор Валентин Павлов һәм Вашингтон университеты вәкиле, доктор Синди Робинсон хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы.

«Башинформ» агентлығына БДМУ-ның неврология клиникаһы директоры, профессор Ләйлә Әхмәҙиеваның хәбәр итеүенсә, доктор Робинсон Вашингтон университетында реабилитация һәм физик терапиянан уҡыта һәм Башҡорт медуниверситетына өсөнсөгә килә. Был юлы ул беҙҙең республикаға коллегаһы Маргарет Миллер менән килгән. Бергәләп улар университеттың ауыртыу проблемаларына арналған алтынсы неврология уҡыуҙарында сығыш яһаған.  

Бынан тыш, әлеге визит дауамында Америка белгестәре студенттар һәм табиптар өсөн неврологияла һәм педиатрияла заманса реабилитация алымдары буйынса бер нисә лекция уҡыған һәм семинар үткәргән.