Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика үҙен картуф һәм йәшелсәләр менән тулыһынса тәьмин итәсәк

Иҡтисад

Картуф һәм йәшелсәләр менән быйыл Башҡортостан халҡын республика аграрийҙары тәьмин итәсәк. Быйылғы миҙгелдә икенсе икмәк уңышы мул. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәр гектарынан уртаса 160-ар центнер картуф алына. Бөгөнгө көндә йәмәғәт секторында майҙандарҙың 30 процентынан уңыш йыйып алынған. 20 мең 800 тоннанан ашыу картуф ҡаҙылған. Һәм был ауыл хужалығы предприятиеларында ғына. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, картуф плантациялары республикала 91,4 мең самаһы гектарҙы биләй. Республика буйынса уртаса уңыштан иҫәпләгәндә лә, Башҡортостан икенсе икмәккә булған ихтыяжды бер нисә тапҡырға арттырып ҡаплай ала.

Республикала йәшелсәләр уңышы ла мул быйыл. Әлеге мәлдә йәшелсә плантацияларының 28 проценты эшкәртелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть