7 декабрь, Шаршамбы

07 октябрь 2011 йыл, 16:55

Башҡортостанда 330 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары 13 мең 189 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алған. Был планлаштырылғандың 21 проценты. Йәмғеһе 329 мең 749 тонна татлы тамыр ҡаҙылған. Был культураның уңышы шатландыра, ауыл эшсәндәре һәр гектарҙан 250 центнер сөгөлдөр ала. Тамыраҙыҡтарҙы йыйып алыуға ямғырҙар ҙа йоғонто яһамай, сөгөлдөрҙө тәүге һалҡындарҙа ла алырға мөмкин.

Ә бына тағы бер техник культураны һуғып алыу срогы бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар арҡаһында һаман һуҙыла. Быйыл көнбағыш республикала рекордҡа тиң майҙандарҙы биләй – 247,5 мең гектар. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөнгө көнгә ҡарата 2630 гектарҙа көнбағыш һуғып алынған. Көнбағыш уңышы мул – гектарынан 14,7 центнер. 8 октябрҙән, ҡояшлы көндәр башланғас, был культураны күпләп һуғыуға төшәсәктәр.