4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2011 йыл, 16:37

Урал аръяғы дауаханаларына биш йылда 2,1 млрд һум аҡса бүленгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Һуңғы биш йылда көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә 2,1 млрд һум аҡса бүленгән. Башҡортостан буйынса һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә был осорҙа дөйөм алғанда 8,6 млрд һум сарыф ителгән. Баймаҡта үткән республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ошондай һандар әйтелде.

Төбәктең бер кешеһенә иҫәптә һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә средстволар бүлеү республика буйынса ошондай уҡ күрһәткестән күпкә юғары. Белгестәр капитал һалыуҙарҙың рациональ бүленеүен билдәләй.

Шул уҡ ваҡытта «Һаулыҡ һаҡлау» тармағы буйынса төбәккә 2011 йылда бүленгән средстволарҙың бөгөнгө көндә 36 проценты ғына үҙләштерелгән. Был хәлде үҙгәртеү өсөн, ҡалған миҙгел эштәрен һәм ҡышҡы шарттарҙа эш алып барыуҙы иҫәпкә алып, Сибайҙағы һәм Аҡъярҙағы дауахана комплекстары төҙөлөшөн ҡыҙыулатырға кәрәк.

2011 йылға Республика адреслы инвестиция программаһына төҙәтмәләр индереүҙе иҫәпкә алып, Урал аръяғының муниципаль берәмектәре өҫтәмә рәүештә 232,5 млн һум аласаҡ, шуларҙан 73,2 млн һум һаулыҡ һаҡлау объекттарына йүнәлтелә.

Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ике йылдан ашыуға һуҙылған төҙөлөштәрҙең булмауы уның ыңғай яғы булараҡ билдәләнде.