7 декабрь, Шаршамбы

07 октябрь 2011 йыл, 15:54

«Башҡортостандың тере тәбиғәте-2011» фотоконкурсына йомғаҡтар яһалды

автор: Галина Бахшиева

«Башҡортостандың тере тәбиғәте — 2011» III республика фотоконкурсына йомғаҡтар яһалды. Уны ойоштороусылар булып Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы һәм «Башҡортостан» милли паркы сығыш яһаны.

Конкурсҡа дөйөм алғанда 500-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Биш номинация булдырылған. Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» милли паркында конкурстың һуңғы этабы – ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ класы һәм Таллы тауына күтәрелеү ойошторолдо.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығының матбуғат секретары Антон Волков хәбәр итеүенсә, тәбиғәткә арналған өсөнсө республика фотоконкурсында Александр Кожухов гран-при яулаған. Марс Шәнгәрәев менән Валентина Старцева бер юлы бер нисә номинацияла лидер тип табылған.