9 декабрь, Йома

07 октябрь 2011 йыл, 15:23

Хәйбулла районынан әрме сафына 120 егет оҙатыласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың Хәйбулла районы 2011 йылдың көҙгө саҡырылыш осоронда 120-нән ашыу кешене хәрби хеҙмәткә оҙатырға планлаштыра, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Хәйбулла районының хакимиәт башлығы ҡарары менән хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы составы раҫланған. Комиссия эшен хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймурзина етәкләй.

Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙә башланды һәм декабрь аҙағынаса дауам итәсәк. Әрме сафтарына запаста тормаған һәм «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Закон буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш 18-27 йәшлек егеттәр оҙатыласаҡ.

Башҡортостан күп йылдар дауамында егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора.