5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2011 йыл, 14:51

Өфөлә яңы балалар баҡсаһы асылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Мирон Доровских

Өфөнөң Калинин районында 107-се балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Яңы бина 155 балаға иҫәпләнгән. Заманса мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында физкультура һәм музыка залдары, балаларҙы үҫтереү комплекстары, заманса уйынсыҡтар, уңайлы карауаттар бар.

Балалар баҡсаһы мөдире Ирина Козакова һүҙҙәре буйынса, учреждениела уҡытыусы-логопедтар һәм педагог-психологтар эшләйәсәк, өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү ҙә планлаштырыла.

Бынан тыш, бинала ҙур медицина кабинеты бар. Аҙыҡ-түлек блогында балаларға диетик ризыҡ әҙерләү өсөн заманса ҡорамал да урынлаштырылған.

Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев балалар баҡсаһының Өфөлә быйыл төҙөлгән бишенсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булыуын билдәләне. Йыл аҙағынаса йәнә бишәү асыласаҡ.

— Йыл дауамында шул сама балалар баҡсаһы беҙҙә һуңғы 20 йыл эсендә асылғаны юҡ ине, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө мэры. – Киләһе йылда тағы ла 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ишектәрен асасаҡ. Эштәрен намыҫ менән башҡарған төҙөүселәргә ҙур рәхмәт.

Бина төҙөгәндә барлыҡ талаптар ҙа иҫәпкә алынған: янғын хәүефһеҙлеге, санитария-эпидемиологик нормалар һәм ҡағиҙәләр. Бында видеокүҙәтеү системаһы, автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы, домофон ҡуйылған. Балалар баҡсаһы биләмәһе лә тейешенсә төҙөкләндерелгән.