8 декабрь, Кесе йома

07 октябрь 2011 йыл, 14:16

Рөстәм Хәмитов Баҡалы һәм күрше райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

6 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Баҡалы ауылында Баҡалы һәм күрше райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты.

Республика башлығы бындай осрашыуҙарҙың уның өсөн бик мөһим һәм кәрәк булыуын билдәләне.

— Беҙ — төрлө кимәлдәге етәкселәр, һәм был эште беҙ шәхси мәнфәғәтебеҙҙән сығып, үҙебеҙ өсөн түгел, халыҡҡа йәшәүе еңелерәк булһын өсөн башҡарабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Табыш һәм ресурстарҙы бүлеү, төҙөлөш, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡаһы йәһәтенән процестар дөрөҫ ойошторолһон өсөн эшләйбеҙ. Әлбиттә, табыш, матди яҡтан етешлек, шәхси хужалыҡты алып барыу, техника, көнкүреш техникаһы, автомобилдәр менән тәьмин ителеү яғынан халҡыбыҙ беҙ теләгәнсә үк һәйбәт йәшәмәй. Шулай ҙа элек булғанға ҡарағанда барыбер яҡшыраҡ. Бында, һис шикһеҙ, алға барабыҙ, тип әйтергә мөмкин. Һәм беҙҙең ярайһы уңышлы үҫешеүебеҙгә бер шик тә юҡ.

Президент ауыл хакимиәтенең халыҡҡа иң яҡын власть кимәле, халыҡ ихтыяждарына иң яҡын власть структураһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика башлығына кешеләрҙең нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, ниндәй мәсьәләләрен хәл итергә кәрәклеген, дөйөм алғанда власть тотороҡло, ышаныслы һәм бер үк ваҡытта халыҡ араһында абруйлы булһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк булыуын белеү мөһим. Власть иҙергә, көс ҡулланырға тейеш түгел, тип иҫәпләй Президент. Уның фекеренсә, халыҡ власть структураларының үҙ мәнфәғәтендә түгел, ә йәмғиәт өсөн эшләгәнен аңлаһын өсөн, улар менән аңлашырға, мотлаҡ уртаҡ тел табырға кәрәк.

— Беҙҙең республика – үҫешкән сәнәғәте, үҫешкән ауыл хужалығы булған көслө, ҡеүәтле төбәк, беҙ күп күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙың береһе булып ҡалабыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Тотороҡло үҫеш күҙлегенән ҡарағанда, беҙгә бер нәмә лә ҡамасауламай. Һәм беҙ шулай үҫешәсәкбеҙ ҙә. Әлбиттә, бөгөн Рәсәй иҡтисады донъя иҡтисады менән бер ритмда эшләй, әгәр унда нимәлер була икән, был беҙгә лә ҡағылмай үтмәй. Һуңғы көрсөктән күренеүенсә, ҡайһы ваҡыт ул бик ныҡ тәьҫир итә. Әгәр донъя күләмендәге катаклизмдар булмаһа, беҙ ғәҙәттәгесә, тыныс үҫешәсәкбеҙ.

Республика башлығы республика власынан һәм Президент булараҡ үҙенән ауыл халҡына ниндәй ярҙам күрһәтелеүен телгә алды.

— Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр ауыл халҡына ярҙамды дөрөҫ ойоштора алғанбыҙҙыр, моғайын, һәм был ярҙамды беҙ ауыл хужалығы эштәренең һәр этабында күрһәттек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Яҙғы баҫыу эштәре башланғас та, ауыл эшсәндәренә яғыулыҡ хаҡын субсидиялай, йәғни кәметә алдыҡ. Был ҡыйбатҡа төшә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ был ресурстарҙы табабыҙ. Һәм, әйтергә кәрәк, ауыл хеҙмәтсәндәренә был ныҡ ярҙам итте. Быйыл ике меңдән ашыу техника берәмеге һатып алынды, сөнки техника хаҡын 40 процентҡа арзанайттыҡ.  Техника һаман етмәй. Быйылғы ураҡ республикаға ысынбарлыҡта тағы мең, иң яҡшыһы мең ярым комбайн кәрәк булыуын күрһәтте. Йәнә төрлө етештереүсәнлектәге шул сама тракторҙар кәрәк. Сәсеү комплекстары, картуф, сөгөлдөр йыйыу машиналары лә кәрәк. Хәҙерге техниканың ҡеүәтлерәк, заманса булыуы аңлашыла, әммә совет заманы менән сағыштырғанда, техника хәҙер өс тапҡырға аҙыраҡ. Беҙ һөткә хаҡтарҙы субсидиялай алдыҡ. Һөт хаҡы тейешле күләмдә булһын өсөн, ауыл хужалыҡтарына тәүҙә бер һум, һуңынан тағы 80 тин өҫтәп түләнек. Ашламалар буйынса ла эшләнек, уның хаҡы ла арзанайтылды. Былар барыһы ла ауыл хужалығы үҙен көслө, перспективалы итеп хис итһен өсөн эшләнә, һәм был эште дауам итәсәкбеҙ.

Президент билдәләүенсә, ауыл хужалығынан тыш республика етәкселеген инфраструктура мәсьәләләре – юлдар, газ, электр энергияһы, һыу ҙа борсой. Ошондай мәсьәләләр менән дә шөғөлләнергә тура килә. Мәҫәлән, быйыл юл фонды 8 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк, ә киләһе йылда 10 миллиард һум самаһы аҡса яңы юлдар төҙөлөшөнә һәм иҫкеләрен ремонтлауға йүнәлтеләсәк.

Айырыуса мөһим, киҫкен мәсьәлә — эш урындары. Был проблеманы анализлап, республика башлығы, әгәр Өфө тирәләй генә булмаһа, ҙур заводтар төҙөлөүе икеле, тип билдәләне. Ауыл хужалығы үҫешкән райондар яңы производстволар талап итә. Ҙур булмаған, әммә етерлек күләмдә; кешеләр эш урыны тапһын, эшләһен һәм хеҙмәт хаҡы алһын өсөн. Бар өмөт ауыл хужалығы производствоһына.

— Бөгөн ауыл 100 миллиард һумлыҡ продукция етештерә. Әгәр тулайым күләмдә һанаһаҡ, уның 60 проценты — ит, 20-25 проценты — һөт. Беҙгә, һис шикһеҙ, ит һәм һөттән әҙер продукция етештереүгә сығырға кәрәк,  — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов. — Үҙебеҙҙең производстволарыбыҙ булырға тейеш. Ләкин шуның менән бергә халыҡҡа һайлау мөмкинлеге лә кәрәк. Мәҫәлән, яңы сорт барлыҡҡа килһә, халыҡ уға ориентирлана башлай. Был һайлауҙы үҙебеҙгә, үҙебеҙҙең предприятиеларыбыҙ иҫәбенә булдырырға кәрәк. Кешеләргә һайлау хоҡуғы бирергә, бының өсөн ошо предприятиеларҙы төҙөргә кәрәк. Бөгөн был эш алып барыла. Бөтә республикала ҙур булмаған эшкәртеү производстволары төҙөлә. Һәм беҙ бындай эшмәкәрлекте хуплайбыҙ. Юлдар төҙөлөшөндә, электр энергияһы, һыу үткәреүҙә ярҙам буласаҡ. Йәғни ауыл хужалығы производствоһын, әҙер продукция етештереүҙе үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең халыҡҡа эш кәрәк! Был – төп тезис. Әгәр эш булһа – барыһы ла буласаҡ. Эш булдырыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Район башлыҡтары ла ошоно маҡсат итеп алған.

Сәнәғәт производствоһына туҡталып, Президент быйыл республиканың яҡшы барыуын билдәләне:

— Сәнәғәт производствоһы күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа үҫте. Тауар, эш, хеҙмәттәр күләме бер миллиард һумға яҡынлашты һәм былтырғы күрһәткестәрҙән 22 процентҡа артып китте. Башҡортостан Республикаһы –табышлы эшләгән предприятиелар өлөшө буйынса илдә беренсе. Республика предприятиеларының 80 проценты тиерлек табышлылар иҫәбендә. Рәсәйҙә был күрһәткес – 60% самаһы.

Республика башлығы йәнә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре, уҡытыусылар һәм медиктарға эш хаҡын күтәреүҙәре, ауыл эшсәндәренең 3 миллион тонна иген йыйып алыуы, республика төбәктәрен үҫтереү буйынса ҙур программалар ҡабул ителеүе, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов инвесторҙар эҙләү проблемаһына ла иғтибар йүнәлтте.

— Беҙ уларҙан заводтар төҙөүен йәки ауыл хужалығына средстволар йүнәлтеүен көтәбеҙ. Инвесторҙар эҙләү – бик ауыр шөғөл, сөнки был кешеләр үтә һаҡ эш итә. Улар бит үҙ аҡсаларын һала. Улар беҙгә килһен, аҡса һалһын, ҙур заводтар, урта предприятиелар төҙөһөн, ауыл хужалығына ла барһын өсөн, беҙ уларға уңайлы, һәйбәт шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Кешене ҡурҡытырға ярамай, улар аҡса менән килә бит. Ҡайҙа аҡса — унда яңы объекттар төҙөлә, яңы эш урындары, өҫтәмә табыш та унда. Был заводтарҙы инвестор үҙе менән алып китмәйәсәк. Шулай булғас, уларға ярҙам итергә кәрәк. Ғәрәп илдәре менән бәйләнеш булдырыла. Ноябрҙә Сауд Ғәрәбстанында Башҡортостан Республикаһының ҙур презентацияһы үткәреләсәк. Немецтар беҙҙең менән ярайһы әүҙем ҡыҙыҡһына, йәнә япон эшҡыуарҙары ла килеп ҡайтты. Улар ҙа үҙҙәренә презентацияға саҡыра. Голландия беҙҙә бер нисә производствоһын, шул иҫәптән сөгөлдөр йыйыу комбайндарын эшләү һәм йыйыуҙы урынлаштырырға теләй.

Рөстәм Хәмитов быйыл халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуын, экспорттың артыуын, власть структураларының халыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлеш алыуын билдәләне.

Уның әйтеүенсә, былтыр ололар өсөн социаль туризм идеяһы тәҡдим ителгән. Берәү ҙә ышанмаһа ла, Башҡортостан был эште башлаған. Әле республиканың 3 мең кешеһе Ҡаҙан, Мәскәү һәм хатта сит илдәрҙә булып ҡайтҡан. Был артыҡ ҡиммәткә төшмәй, яртыһын республика үҙ өҫтөнә ала, яртыһын пенсионер үҙе ҡаплай. Быйыл 300 кеше Төркиәгә юлланасаҡ. Яңыраҡ ҡына Италиянан саҡырыу килгән. Сөнки ноябрь-декабрь ял итеү миҙгеле түгел, шуға ла был осорҙа унда барыу арзанға төшә.

Рөстәм Хәмитов хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, уларҙы ла кешеләр менән ошондай осрашыуҙар үткәрергә, уларға яҡыныраҡ булырға саҡырҙы.  Төбәк башлығының әйтеүенсә, быйыл Башҡортостандың өҫтәмә килемдәре бар, республиканың адреслы инвестиция программаһына 2 миллиард һум өҫтәргә мөмкинлеге буласаҡ. Тағы бер миллиард — юл төҙөлөшөнә, йәнә 500 миллион самаһы ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү өсөн ауыл хужалығы ихтыяждарына бүленәсәк. Бәләкәй ҡалаларҙағы ихаталар һәм урамдарҙы төҙөкләндереүгә тәүге тапҡыр быйыл бер нисә тиҫтә миллион һум бүленгән.

Тораҡ пункттар проблемаһын хәл итер өсөн һәр ауыл биләмәһенә 100-150 меңешәр һум бүлеү тураһындағы ҡарар ҙа әҙерләнә.

— Ҙур аҡса түгел, әлбиттә, шулай ҙа бөтә республика буйынса 100-120 миллион һум йыйыла, әммә был беренсе аҙым, бындай аҡса бер ҡасан да булмаған, — тип билдәләне Президент. — Ҡоймаларҙы тәртипкә килтереү, бәлки, һуҡмаҡтар һалыу өсөн урындарҙа ниндәйҙер ресурстар булһын өсөн аңлы рәүештә ошо аҙымға барабыҙ. Республика власының, Президент булараҡ минең, аҡса эшләп, уны аҡса һауытына һалып барыу бурысы юҡ. Бер генә маҡсат – был аҡсаны халыҡҡа еткереү. Бына һеҙ — түбәнге власть, тимәк, туранан-тура кешеләргә эшләйәсәк аҡса һеҙгә барып етергә тейеш.