4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2011 йыл, 12:54

Башҡортостан ауылдарына төҙөкләндереү өсөн 81,8 миллион һум аҡса бүленгән

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса 6 октябрҙә ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса муниципаль берәмектәргә ярҙам күрһәтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Был маҡсаттарҙа республика бюджетынан 81,8 миллион һум аҡса бүленгән.

«Ябай кешеләрҙең проблемалары ябай нәмәләрҙән башлана: урамда яҡтылыҡ булмауҙан, боҙоҡ ҡоҙоҡтар, боҙоҡ ҡоймаларҙан, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Ҡойма, урам, күпер төҙөү, юл һалыу кеүек ҙур булмаған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн беҙ һәр районға бер-нисә миллион күләмендә аҡса бүләбеҙ. Был эш ай-ай ярым дауамында эшләнеп бөтөргә тейеш. Беҙ ауыл һәм ҡалаларыбыҙҙы төҙөкләндерергә бурыслыбыҙ».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың бәләкәй һәм урта ҡалаларында ихаталарҙы һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙы башлап ебәрҙе. Был программаны ғәмәлләштереүгә республика бюджетынан 300 миллион һум йүнәлтелгән. Был средстволар Өфөнән тыш, 22 ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа юлдарҙы һәм өй яны территорияларын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, Өфөнөң үҙендә ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһы эшләп килә. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында ихаталарҙы төҙөкләндереүгә быйыл 574 миллион һум тотоноласаҡ.