7 декабрь, Шаршамбы

07 октябрь 2011 йыл, 11:42

Рөстәм Хәмитов Баҡалы районында граждандарҙы ҡабул итте

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

6 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Баҡалы ауылында булды. Республика башлығы Баҡалы районы һәм күрше райондар граждандарын ҡабул итте. Ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Президентына китапхана хеҙмәткәре мөрәжәғәт итте, уны Ыҡ йылғаһы аша һалынған, Баҡалы районын Татарстандың Аҙнаҡай районы менән тоташтырған ике күперҙең торошо борсой. Уның һүҙҙәре буйынса, күперҙәр бынан 20 йыл элек төҙөлгән һәм әле авария хәлендә. Яҙғы ташҡын ваҡытында береһе тоташ һыу аҫтында ҡала. Был күперҙәр – район халҡын Татарстан менән тоташтырыусы берҙән-бер юл. Һәм уларға капиталь ремонт эшләүҙә булышлыҡ итеү талап ителә.

Шулай уҡ китапханаларҙа йыһаздарҙың иҫкереү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Бөгөнгө уҡыусылар – студенттар һәм уҡытыусыларға компьютерҙар кәрәк. Китапхана хеҙмәткәре техник яҡтан йыһазландырыуҙа, моделле китапхана асыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән дә мөрәжәғәт итте.

Рөстәм Хәмитов китапханаға халыҡтың йөрөү-йөрөмәүе менән ҡыҙыҡһынды, уға ыңғай яуап бирҙеләр.

Күперҙәрҙе яңыртыуға килгәндә, Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильсовҡа күперҙәрҙең кем ҡарамағында булыуын асыҡларға ҡушты. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөнировҡа ла был объекттарға ремонт яһау йәки алдағы йылға яңы күперҙәр төҙөү мөмкинлеген тикшерергә ҡушылды.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Зөһрә Рәхмәтуллинаға китапханаларҙың техника, ваҡытлы матбуғат менән тәьмин ителеү мәсьәләһен тикшерергә йөкмәтелде.

Ауылға газ үткәреү үтенесе менән Башҡортостан Президентына пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итте. Һуңғы тапҡыр мөрәжәғәт иткәндән һуң, республиканың элекке Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығынан газ торбаһын төҙөүҙө проектлау буйынса сығымдар 2010 йылға планлаштырыласаҡ, тигән яуап килгән. Әммә 2011 йылдың яҙына тиклем был мәсьәлә хәл ителмәгән.

Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне контролгә алырға һүҙ бирҙе. Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтовҡа яҡын арала газ торбаһын төҙөп бөтөү өсөн эштәрҙе ҡайтанан тергеҙеү тураһында күрһәтмә бирелде.

Яңы Маты ауылы пенсионеры Баҡалы – Яңы Маты юлына асфальт түшәүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һәм юлды 2012 йылға «Ауыл юлдары» программаһына индереүҙе һораны. Был мәсьәлә ауыл халҡын 12 йыл дауамында борсой инде. Ауылда 1750 кеше йәшәй. Унда ике мәктәп, ике балалар баҡсаһы бар, күпселек халыҡ Баҡалыға һәм Өфөгә йөрөп эшләй, юлдың юҡлығы ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Баҡалы районында Яңы Маты ауылы эргәһендәге 20 километрлыҡ юлдан тыш, бөтә юлдарға ла асфальт түшәлгән.

Рөстәм Хәмитов киләһеләрҙе тәҡдим итте:

-  Киләһе йыл юлға тотонасаҡбыҙ, ете километрына ремонт үткәреләсәк. Шунда уҡ асфальт түшәлеүен вәғәҙә итә алмайым, әммә тәүҙә ҡырсынташ һалынасаҡ, һуңынан инде, бер йылдан, асфальт та түшәләсәк.

Баҡалы районының ауыл магазины һатыусыһы Карманов урамында төҙөлгән яңы йорттар хужалары исеменән урамға газ һәм һыу үткәреү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. Һыуға улар күрше урамға йөрөй, сөнки үҙҙәрендә ябай ҡоҙоҡ та юҡ.

Икенсе мәсьәлә — юл һалыу. Ямғырлы көндә ҡара тупраҡтан үтеүе мөмкин дә түгел. Карманов урамы халҡы Президент был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итер тип ышана.

Мәктәптәрҙе оптималләштереү барышында уҡытыусыларҙың эш урындары ҡыҫҡартыла, тип борсола тарих уҡытыусыһы. Рөстәм Хәмитов Зөһрә Рәхмәтуллинаға һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа әлеге мәктәпкә килеп, уны оптималләштереү кәрәк-кәрәкмәүен тикшерергә ҡушты.  

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты уҡытыусыларҙың яңы эш хаҡы алыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Педагог арттырылған эш хаҡын алыуы һәм айырманың һиҙелерлек булыуы тураһында әйтте.

Илеш районы пенсионеры, Иҫке Татыш ауылы старостаһы ауылға һыу һәм газ үткәреү системаларына капиталь ремонт яһау эштәрен тамамлау үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Ауылда юлдарҙың насар хәлдә булыуына ла зарланды пенсионер.

Рөстәм Хәмитов һыу һәм газ үткәреү мәсьәләһен контролдә тоторға һүҙ бирҙе, тейешле күрһәтмәләр ҙә бирелде. Юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла саралар күреләсәк, тип билдәләне Президент.

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры район халҡы һәм спорт менән шөғөлләнеүсе балалар исеменән район үҙәгендә ябыҡ һырғалаҡ төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Йыл һайын район үҙәгендә ике һырғалаҡ әҙерләнә, әммә һауа торошо арҡылы уларҙы яҡшы кимәлдә тотоу ауырыраҡ. Асыҡ һырғалаҡта балалар өс ай шөғөлләнә, бынан һуң улар Өфөгә йәки Татарстанға юллана.  

Спорт мәктәбе директоры һүҙҙәренсә, 2012 йыл башына 350 урынлыҡ стадион проекты әҙер буласаҡ. Ул яҡынса 120 миллион һумға төшәсәк.

Рөстәм Хәмитов бындай стадион төҙөү идеяһын хупланы. Әммә бина эшһеҙ тормаһын өсөн барлыҡ факторҙарҙы ла иҫәптә тоторға кәңәш итте. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына проектты финанслау мәсьәләһе йөкмәтелде. Бында район да үҙ өлөшөн индерәсәк.

Шаран районы кешеһе Еремкино һәм Ҡараҡашлы ауылдары эргәһендә «Сәлих» крәҫтиән (фермер) хужалығы, ғаилә фермер хужалыҡтары булыуы, йәш эшҡыуарҙарҙың эшләүе хаҡында һөйләне. Халыҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтар булдырыу буйынса әүҙем эш алып бара.

Әммә ул 1953 йылда төҙөлгән урындағы фельдшер-акушер пунктының насар хәлдә булыуын билдәләне. Бынан тыш мәҙәни саралар иҫке ауыл клубында үткәрелә. Мөрәжәғәт итеүсе ауылда социаль-мәҙәни үҙәк төҙөүҙе финанслауҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавринға ағымдағы йылдың 6 ноябренә тиклем был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.