Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.91 ↑

EUR 69.68 ↑

27 июль, Кесе йома

Уфа   °

Миграция темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс старт алды

Йәмғиәт

«Бергә йәшәү сәнғәте» журналистар конкурсы миграция проблемаларына арнала. Унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашыуға саҡырыла.

Рәсәй Журналистар союзында билдәләүҙәренсә, киң мәғлүмәт сараларының хеҙмәт мигранттары һәм миграция сәйәсәте тураһындағы иң яҡшы материалына халыҡ-ара конкурс тәүге тапҡыр ойошторола.

Жюри хөкөмөнә үрҙә билдәләнгән тематикаға яҙылған һәм 2011 йылдың 1 ғинуарынан 15 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ҡабул ителә.  

Конкурс эштәрен Рәсәй журналистарына 20 декабргә тиклем РФ Журналистар союзына ебәрергә кәрәк. Уның адресы: 119991, Мәскәү ГСП-1, Зубов бульвары, 4. Белешмәләр өсөн телефон: (495)637-23-95.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть