7 декабрь, Шаршамбы

07 октябрь 2011 йыл, 11:14

Учалы хакимиәтендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

Кисә Учалы районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда район хакимиәте башлығының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм башлыҡ вазифаһын башҡарыуҙы икенсе кешегә йөкмәтеү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

Совет ҡарары менән район хакимиәте башлығы булып эшләгән Азамат Иҙрисов, үҙ теләге менән эшенән китеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы район Советы менән тәғәйенләнгән кеше үҙ вазифаһына ингәнсе, Совет депутаттары район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Дәүләтгәрәев Фәрит Фәтих улына йөкмәтте.