Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда халыҡҡа ағас әҙерләүҙең яңы тәртибе билдәләнде

Иҡтисад

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡҡа ағас бүлеүҙең яңы тәртибен билдәләне. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә граждандарға ағас ҡырҡыу буйынса киләһе нормативтар билдәләнгән. Шулай итеп, торлаҡ йорт төҙөүгә 25 йыл эсендә бер тапҡыр 150 кубометрға тиклем ағас алырға мөмкин. Йортто ремонтлауға, үҙгәртеп ҡороуға иһә биш йыл дауамында бер тапҡыр 50 кубометрға тиклем ағас биреләсәк. Кәртә-ҡура төҙөлөшөнә биш йылға бер тапҡыр 50 кубометрға тиклем ағас тейешле. Өс йылға бер тапҡыр ихаталағы кәртә-ҡураны төҙөкләндереүгә 15 кубометрға тиклем ағас алыу ҡаралған. Ниһайәт, торлаҡ йорттарҙы һәм башҡа биналарҙы йылытыу өсөн халыҡҡа йыл һайын 20 кубометрға тиклем ағас бирелергә тейеш.

Стихиялы бәлә-ҡазаларҙан һәм янғындан зыян күргәндәр, шулай уҡ йәшәү урынын алмаштырғандар нормативтар менән билдәләнгән ваҡытты көтмәйенсә ағас әҙерләүгә хоҡуҡлы.

Халыҡҡа ағас бүлеүҙең яңы тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт төбәктең Урман хужалығы министрлығы сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть