5 декабрь, Дүшәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 17:43

Рөстәм Хәмитов Баҡалы ауылында күп фатирлы йорттарҙы асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

6 октябрҙә Баҡалы районында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баҡалы район үҙәгендәге күп фатирлы ике йортто асыу тантанаһында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Өс ҡатлы йорттарҙа дөйөм алғанда 48 фатир. Улар социаль программа буйынса Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды менән төҙөлгән. Был йорттарҙан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж район халҡы, шулай уҡ торлаҡ сертификаттары буйынса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тол ҡатындары фатир алды. Йорттарҙағы бер бүлмәле фатирҙарҙың майҙаны 46 квадрат метр тәшкил итһә, ике бүлмәлеләрҙеке — 56 квадрат метр. Йортта бөтә коммуникациялар ҙа бар.

Рөстәм Хәмитов өй туйлаусыларҙы матур байрам менән ҡотланы һәм яңы торлаҡты ҡарап сыҡты. Фатирҙар менән танышып, Рөстәм Хәмитов төҙөлөш эштәренең сифаты менән ҡыҙыҡһынды һәм бындай йорттар төҙөү тәжрибәһен бөтә республикаға таратырға тәҡдим итте.

Яңы йорттар сағыштырмаса арзанға төҙөлгән, бында квадрат метрҙың хаҡы — 16,5 -18 мең һум. Республика башлығы өй төҙөгәндә хаҡтарҙы кәметеү мөмкинлеге табылыуына ҡарата ҡәнәғәтлек белдерҙе.  

Республика башлығы йорттарҙы тиҙ арала һәм сифатлы төҙөгәне өсөн төҙөүселәргә рәхмәт әйтте. Ул йәнә район властарына һәм был проекттарҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.