4 декабрь, Йәкшәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 17:20

Павел Качкаев: «Ике йылда беҙ 30-лап балалар баҡсаһын сафҡа индерергә әҙербеҙ»

автор: Марина Шумилова

Өфөлә 2011 йылда балалар баҡсалары төҙөлөшөнә һәм реконструкцияһына айырым иғтибар бирелә.

— Президент программаһына ярашлы быйыл Өфөлә 10 балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк, — тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында Башҡортостандың баш ҡалаһының хакимиәт башлығы Павел Качкаев. — «Ҡариҙел» һәм «Сипайлово» биҫтәләрендә өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды, тағы өсәү — «Инорс-7», «Дим-8» биҫтәләрендә, ә Черниковка урамындағыһын октябрь — ноябрҙә сафҡа индереү планлаштырыла. Тағы дүрт балалар баҡсаһын беҙ элек профилен үҙгәрткәндәр иҫәбенән ҡайтарабыҙ.

Киләһе йылға Президент программаһы менән Өфөлә 12 балалар баҡсаһын сафҡа индереү ҡаралған.

— Әммә беҙ 20 балалар баҡсаһын сафҡа индерергә әҙербеҙ, — тип белдерҙе Өфө хакимиәте башлығы. – Әйтергә кәрәк, уларҙың унауһы проектлау һәм төҙөлөш эштәрен башлау стадияһында, йәнә 10 балалар баҡсаһының эше яңя башланып тора. Әгәр республика ярҙам итһә, ике йылда беҙ 30-лап балалар баҡсаһын сафҡа индерергә әҙербеҙ. Шулай итеп, республика Президенты ҡуйған бурыстарҙы беҙ һис шикһеҙ үтәйәсәкбеҙ.

Әйткәндәй, 1 сентябрҙән балалар баҡсаһына юллама алыуға сиратҡа баҫыу өсөн ғаризаны «Балалар баҡсаһына электрон сират» сайты аша электрон төрҙә бирергә мөмкин.