Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Быйыл көҙ Өфөлә 94 ауыл хужалығы йәрминкәһе үткән

Иҡтисад

Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрен өфөлөләр яратып көтөп ала. Быйыл көҙ Өфөлә дөйөм алғанда 94 йәрминкә үткән, унда республиканың 46 районынан ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашҡан. Улар өсөн ҡалала 7830 сауҙа итеү урыны ойошторолған. Йәрминкәләрҙә 4 мең тоннанан ашыу картуф һәм йәшелсә, 300 тоннанан ашыу ит, 300 тоннаға яҡын бал һатылған.

— Иҫ китмәле ажиотаж, — тип билдәләне матбуғат конференцияһында ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. – Һуңғы ике йыл эсендә — был райондарҙың йәрминкәләрҙә иң әүҙем ҡатнашҡан ваҡыты. Көҙгө йәрминкәләргә ете меңдән ашыу машина килгән. Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре 229 миллион һумға продукция һатҡан.

Павел Качкаев картуфҡа, йәшелсәгә, балға, ҡош итенә хаҡ төшөүен билдәләне. Ул, ауыл халҡының йәрминкәләргә ҡыҙыҡһыныуы кәмемәҫ, һәм өфөлөләр кәрәкле ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин ителер, тигән ышанысын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть