10 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 16:23

Йәмәғәт юрисы i-gazeta.com уҡыусыларына ярҙам итергә әҙер

автор: Екатерина Чуракова

«Ижтимағи электрон гәзит» сайтында яңы рубрика булдырылды, ул уҡыусыларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк. Профессиональ юрист Гүзәл Иҫәнғолова алып барған «Ижтимағи электрон гәзит» ярҙам итәсәк» исемле яңы бүлектә ауыр хәлгә ҡалған граждандарҙың юридик консультациялары баҫтырыла.

Әлегә сайтҡа унлаған һорау килде. Әгәр ҙә һеҙ хоҡуҡтарығыҙ боҙолған тип иҫәпләһәгеҙ, йәмәғәт юрисына мөрәжәғәт итегеҙ. Сайтта файлдар, сканер аша үткәрелгән рәсми документтар ебәреү мөмкинлеге ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт — i-gazeta.com сайтында.