7 декабрь, Шаршамбы

06 октябрь 2011 йыл, 15:41

Зинин ауылында «Көҙ уңыштары» ауыл хужалығы йәрминкәһе үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

8 октябрҙә «Карауан» сауҙа комплексында (Зинин ауылы) «Көҙ уңыштары» ауыл хужалығы продукцияһы һәм үҫентеләр йәрминкәһе үтәсәк. Сара Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте башланғысы менән ойошторола.

Йәрминкәлә концерт программаһы, ҡуйыртылған һөттән фонтан һәм шулай уҡ картуфтан ауыҙ итеү ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был көндө 9 сәғәттән «Дан бульвары», «Телеүҙәк», «Башҡортостан» сауҙа үҙәге» туҡталыштарынан бушлай автобустар йөрөйәсәк.